Рәсәй Президенты Владимир Путин Красноярск крайы губернаторы Александр Уссу менән осрашты. Ил башлығы уға Щетинкино ауылындағы дамба емерелеү һәләкәтенән һуң мохтажлыҡ кисергән кешеләргә иғтибар итергә ҡушты.
Красноярск крайының Щетинкино ҡасабаһы эргәһендә дамба йырылыу сәбәпле ун биш кеше һәләк була, 44 кеше төрлө йәрәхәттәр ала.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, алтын табыу артеленең технологик һыу ятҡылығы төндә емерелә. Бәлә сәбәпле ике эшселәр ятағы һыу аҫтында ҡала.