газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 16:17

МРТ эсендә онотҡандар

Болгария табиптары 70 йәшлек әбейҙе МРТ-ға һалған да...юғалтҡан. Уны 6 сәғәт эҙләгәндәр.

Болгария табиптары 70 йәшлек әбейҙе МРТ-ға һалған да...юғалтҡан. Уны 6 сәғәт эҙләгәндәр. Эҙләмәҫтәр ҙә ине, пациентканың ҡыҙы әсәһен юғалтып полицияға хәбәр иткән. Бахыр әбейҙе рентгенологтың ассистенты томографҡа һалып ҡуйған да, ишекте бикләп китеп барған. Ул унда башҡаса әйләнеп килмәгән. Әбей бикле МРТ-ла ятып-ятып арығас, ҡысҡыра башлаған. Уны шунан һуң ғына эҙләп тапҡандар. Дауахана табиптары шул тиклем оҙаҡ МРТ-ла ятыу әбейҙең сәләмәтлегенә зыян килтермәгән, ти. Сөнки ассистент уны ҡабыҙмаған. Әммә әбейҙең ҡыҙы судҡа бирергә йыйына, тип хәбәр итә Nova телеканалы.
Читайте нас: