газета "Салауат"
+3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Октябрь 2019, 16:10

Аҡса ла юҡ, хаж да юҡ

Межгорье ҡалаһында йәшәгән граждан судҡа мөрәжәғәт итә. Былтыр апрель айында ул Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға барыу өсөн “Урал Сервис” туристик агентлығына 140 мең һум аҡса күсерә. Ике арала яҙма килешеү төҙөлмәй.

Межгорье ҡалаһында йәшәгән граждан судҡа мөрәжәғәт итә. Былтыр апрель айында ул Сәғүд Ғәрәбстанына хаж ҡылырға барыу өсөн “Урал Сервис” туристик агентлығына 140 мең һум аҡса күсерә. Ике арала яҙма килешеү төҙөлмәй. Граждан хажға август айында юлланырға тейеш була. Тик ай башында уға квота булмау сәбәпле бара алмаясағы тураһында хәбәр итәләр, әммә аҡсаны кире ҡайтармайҙар.

Тикшереүҙәрҙән һуң, суд ике арала телдән килешеү төҙөлгәнен асыҡлай. Килешеүгә ярашлы, туристик агентлыҡ квота булмау сәбәпле гражданға хеҙмәт күрһәтә алмаған. Был осраҡта граждан килешеүҙе боҙоп, аҡсаһын кире ҡайтара ала. Суд “Урал Сервис” йәмғиәтенән түләнгән аҡсаны кире ҡайтарыуҙы, әхлаҡи зыянды ҡаплауҙы талап итте һәм ҡулланыусының талабын үтәмәгәне өсөн штраф һалды. Дөйөм сумма 215 мең һум тәшкил итә.

(Римма Солтанова, "Башҡортостан" гәзите)
Читайте нас: