Салауат ҡалаһындағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә йәшәүселәргә йылылыҡ өсөн арттырылған хаҡ менән квитанциялар ебәргәндәр. Салауатта йәмғеһе 37 йорт халҡы прокуратураға ошондай хәл буйынса ялыу яҙған. Ә бер йортта йәшәүселәр хатта тотош йылылыҡ биреү миҙгелендә 240 мең һумға күберәк түләгән. Шулай итеп, прокуратура тикшереүҙәренән һуң Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитеты идарасы компанияға 2018 йылдан 2019 йылға тиклем йылылыҡ менән тәьмин иткәндәре өсөн законһыҙ рәүештә алынған 240 мең һумды ҡулланыусыларға кире ҡайтарырға ҡушҡан. Әле был йортта йәшәүселәрҙең күбеһенә сумма өлөшләтә генә түләнгән. Идарасы компания етәксеһенә лә 25 мең һум күләмендә штраф ҡаралған.