Бәләкәс Луна битендә ҡот осҡос ҙур миң - ҡара невус менән тыуған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаға тыуған илендә - Америкала ярҙам итә алмағандар, ә бына Краснодар ҡалаһындағы табиптар, сирҙән ҡотолоуға өмөт бар, тип белдергән. Ошо көндәрҙә Кэрол Феннер ҡыҙы менән Рәсәйгә килгән. Бэтмен маскаһына оҡшаған ҡара миңгә тәүге операция яһағандар, дауаланыу дауам итә.
Бәләкәскә киләсәктә кәмендә 6-8 операция үткәрергә тура киләсәк. Уларҙың һәр ҡайһыһы 25 мең доллар самаһы торасаҡ. Баланың ата-әсәһе быға ла риза, тик бала йүнәлһен генә. Америкала иһә йөҙгә яҡын операция кәрәк, тип белдергәндәр. Дөрөҫөн әйткәндә, барыһы ла был эшкә тотоноуҙан ҡурҡҡан. Шуға ла Кэрол Феннер Краснодарҙа эшләгән хирург-онколог Павел Поповтың тәҡдимен ҡабул иткән. Баҡһаң, ул бала хаҡында гәзиттән уҡып белгән. Лунаның әсәһе әйтеүенсә, Рәсәйҙә ҡыҙҙы 1,5 йыл самаһы дауаларға ниәтләйҙәр, ә Америкала был дүрт йыл самаһына һуҙылыр ине. Ҡыҫҡаһы, кешене өмөт йәшәтә.