Рәсәй Президенты Владимир Путин вице-премьер Ольга Голодец менән осрашты. Улар физкультура һәм спорт, шулай уҡ кино сәнғәтенә ярҙам күрһәтеү һорауҙарын ҡараны, тип хәбәр итә Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
Ил башлығы спорт ҡоролмаларындағы ҡаршылыҡһыҙ мөхит тураһындағы мәсьәләне күтәрҙе. "Был йүнәлештә беҙҙең бурыстар күп, улар барлыҡ фундаменталь документтарҙа билдәләнгән. Был ни тиклем һөҙөмтәле тормошҡа ашырыла?" - тип ҡыҙыҡһынды Путин.
Ул "спорт төрө буйынса тренер - уҡытыусы" һөнәре буйынса юғары белем алыу стандарттарының да һаман раҫланмауын иҫкә төшөрҙө.
Владимир Путин Рәсәйҙең документаль кино йүнәлешен үҫтереүгә ярҙам итеү кәрәклеген дә белдерҙе, сөнки унда экология, туризм, сәнғәт кеүек мөһим темалар күтәрелә. Шулай уҡ ил етәксеһе ауыл кинотеатрҙарын йыһазландырыу мәсьәләһен күтәрҙе һәм унда заманса Рәсәй киноһы күрһәтелергә тейеш, тип белдерҙе.