“Мәғариф” милли проектына ярашлы, республикала белем биреү учреждениелары биналары төҙөү эше дауам итә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль мониторинг төркөмөнөң йомғаҡлау ултырышында был тармаҡ буйынса уңышлы эшмәкәрлек алып барылғанын билдәләне. “Быйыл ғына 20 балалар баҡсаһы һәм 20 мәктәп төҙөлә, - тине етәксе. - Мәғариф биналары төҙөү йәһәтенән бығаса ундай күләмдә эш алып барылғаны юҡ ине”.