Стәрлетамаҡ районының Алтана ауылында йәшәгән бәләкәй Софья йортло булды. Был турала "Изгелек йәйғоро" ирекмәндәр ойошмаһына һылтанма менән Sterlitamakcity.ru баҫмаһы хәбәр итә. Ирекмәндәр Ғиззәтуллиндар ғаиләһенә Мебельный ҡасабаһында ике бүлмәле фатир биреүҙәре тураһында һөйләгән. Сабыйҙың хәҙер үҙ бүлмәһе бар, уйынсыҡтарын урынлаштырып та ҡуйған. "Фатирға яҡшы ремонт эшләнгән, уларға мебель, хатта урын кәрәк-яраҡтары ла бүләк иткәндәр. Софьяның да үҙ карауаты бар", - ти ирекмәндәр.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡыҙҙың бите деформациялы тыуған, ҡулы һәм аяғында бармаҡтары ҡушылып үҫкән. Баланың проблемалары тураһында ирекмәндәр һөйләгән. Республика Башлығы Радий Хәбиров был мәсьәләне шәси контролгә алырға һүҙ бирҙе. Йыл да уҙғарылған "Валдай" XVI-се халыҡ-ара дискуссия клубы ултырышында ул сабыйҙы Израиль табиптары тикшерәсәген белдерҙе.
- Октябрь аҙағында Израиль табиптарын саҡырҙыҡ. Сөнки ауырыу бик ҡатмарлы. Беҙ балаға тулыһынса тикшереү үткәрәсәкбеҙ, был, әлбиттә, республика иҫәбенә буласаҡ, бындай мөмкинлектәр бар. Сабыйҙы һауыҡтырасаҡбыҙ, - тине Радий Хәбиров.