АҠШ-тың Флорида штатында 28 йәшлек ҡатын бала менән енси мөнәсәбәткә кергәне өсөн хөкөм ителгән. Бер ғаиләлә бала ҡараусы булып эшләгәндә ул 11 йәшлек тәрбиәләнеүсеһен енси мөнәсәбәттәргә керергә күндергән, ә һуңынан унан бала тапҡан. Бары тик өс йылдан һуң ғына малай әсәһенә был хәлдәрҙе һөйләп бирә. Ә әсә шунда уҡ полицияға мөрәжәғәт итә. Экспертиза бала ҡараусының сабыйының атаһы ошо малай икәнлеген раҫлай.
- Бөгөнгө көндә баланы ҡасандыр ҡаза күргән малай тәрбиәләй. Көсләүсе ҡатын иһә суд ҡарары менән 20 йылға хөкөм ителгән, - тип яҙа ерлектәге матбуғат саралары. Колониянан сыҡҡас та, аҙғын ҡатын 10 йыл һынау срогында буласаҡ, артабан ғүмеренең аҙағынаса полиция күҙәтеүе аҫтында буласаҡ. Бына ниндәй закондар сит илдә!