газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 15:43

Һыу урынына - кислота

Севастополдә йәшәүсе ҡатын бер йәшлек ҡыҙына бутҡа бешергән ваҡытта һыу урынына кислота һалған.

Севастополдә йәшәүсе ҡатын бер йәшлек ҡыҙына бутҡа бешергән ваҡытта һыу урынына кислота һалған. Бутҡа ашатҡандан һуң баланың хәле насарайған һәм әсәһе уны дауаханаға алып килгән. Табиптар балала тамаҡ юлының һәм ашҡаҙандың химик бешеүен асыҡлай. Ҡатын табиптарға ҡыҙына бутҡа әҙерләгәне һәм яңылыш һыу урынына кислота һалыуы тураһында һөйләй. Әлеге ваҡытта баланың сәләмәтлеге тураһында теүәл генә мәғлүмәт юк. Табиптар белдереүенсә, уның хәле теләһә ҡайһы ваҡытта насарланып китеүе ихтимал. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: