Бөтә яңылыҡтар
Новости
21 Октябрь 2019, 13:13

Ҡыҙҙың үлем сәбәбе асыҡлана

Юғалғандан һуң бер тәүлек үткәс, 19 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған.

Юғалғандан һуң бер тәүлек үткәс, 19 йәшлек ҡыҙ үле килеш табылған.

Руфина Ғимазова ҡустыһы менән бергә Ҡариҙел районында аҫрауға алынып тәрбиәләнгән. Яңы ғаиләлә ата-әсә балаларҙы бик ныҡ яратҡан.

Әлегә билдәле булыуынса, 18 октябрҙә ғаиләлә кескәй ыҙғыш булған, шунан һуң ҡыҙ өйҙән сығып киткән дә, шылтыратыуҙарға яуап бирмәгән. Иптәштәре әйтеүенсә, ул һуңғы ваҡытта гел күңел төшөнкөлөгөнә бирелеп йәшәгән.

Өйҙән көйөп сығып киткәндән һуң бер тәүлектән уны үле килеш тапҡандар. Мәйетенә осраҡлы үткенселәр юлыҡҡан.

Әлеге ваҡытта был фажиғә буйынса тикшереү бара. Ҡыҙҙың үлеме сәбәптәрен асыҡлар өсөн судмедэкспертиза тәғәйенләнгән. Үҙенә ҡул һалған, тигән фараз да бар.
Читайте нас