газета "Салауат"
+16 °С
Облачно
Новости
21 Октября 2019, 07:04

Һуңғы срок - 2 декабрь

Һалым органдары 2 декабргә тиклем милек, транспорт һәм ер һалымдары меннә иҫәпләшеп ҡуйырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Һалым органдары 2 декабргә тиклем милек, транспорт һәм ер һалымдары меннә иҫәпләшеп ҡуйырға кәрәклеге тураһында иҫкәртә.

Һалым түләүселәрҙең ведомство сайтында “шәхси кабинеты” бар икән, белдереү ҡағыҙҙары электрон рәүештә ебәрелә. Ә ҡалғандарға йәшәү урыны буйынса почта аша 1 ноябргә тиклем килтерелергә тейеш.

2019 йылдан белдереү ҡағыҙҙарында ҡайһы бер үҙгәрештәр бар. Унда һалымды бюджетҡа күсереү өсөн реквизиттар, түләү уңайлылығы өсөн штрих-код һәм QR-код бирелә. Шулай уҡ һалым түләүсенең ҡайһылыр милеккә льготаһы бар икән, ул ҡағыҙҙа яҙылмай.


Читайте нас