Табиптар уның сәләмәтлек өсөн ҡурҡыныс тыуҙырыуын белдерә. Улар белдерүенсә, Рәсәйҙә килтерелгән банандарҙы, улар оҙағыраҡ һаҡланһын өсөн, химикаттар менән эшкәртәләр, ә был матдәләр - зарарлы канцерогендар. Белгестәр, банандарҙың сәләмәтлеккә зыян килтереүе еләк-емештәрҙе һаҡлау һәм транспортлау шарттарына бәйле, тип иҫәпләй. Рәсәйгә уларҙы ситтәнөлгөрөп етмәгән килеш алып киләләр. Оҙағыраҡ һаҡланһын һәм татлыраҡ булһын өсөн банандарҙы Е230, Е231 һәм Е232 химикаттары менән эшкәртәләр, ә уларҙа фенол бар. Был матдә организм өсөн ағыулы һанала.Табиптар ҡулланыр алдынан һәр емеште ентекләп йыуырға кәңәш итә. Сабыйҙарға банан ашатмау яҡшыраҡ, сөнки уларҙа аҙыҡ-түлек ҡайнатыу системаһы аҙағынаса формалашмаған, шуға күрә был емешкә аллергия булыуы мөмкин. Бынан тыш, банандарҙы тромбофлебит менән интегеүсе, йәки ҡаны артыҡ ҡуйы булған кешеләргә һәм шәкәр диабеты менән яфаланыусыларға ашарға кәңәш ителмәй.