"Берҙәм Рәсәй" партияһы президиумының күҙәтеү буйынса федераль төркөмө ағзалары Башҡортостан башлығы уҙғарған "Сәләмәтлек" сәғәтен һәм онкологияны иртә асыҡлаған өсөн аҡсалата премия биреүҙе ил кимәлендә таратырға кәрәк тип иҫәпләй. Эшсе төркөм республикаға милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу барышын тикшереү маҡсатында килгән. Уның һөҙөмтәләре Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән ултырышта иғлан ителде.
Федераль төркөмдәр экспорт, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү, экология, һанлы иҡтисад, демография милли проекттарының үтәлешен тикшерҙе. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда улар уңышлы тормошҡа ашырыла тип әйтергә мөмкин, миҫалдар етерлек.
Шулай ҙа тынысланырға иртәрәк, республикаға миллиардтарса һум аҡса бүленә, уның һөҙөмтәле итеп ҡулланыу, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу төп маҡсат.Милли проекттар тормоштоң төрлө өлкәләрен үҙ эсенә ала, киң мөмкинлектәр аса. Белгестәр әйтеүенсә, халыҡ араһында аңлатыу алып барыу, проекттарҙың һөҙәмтәлелеген арттырыу шарт.