21 - 27 октябргә аҙналыҡ йондоҙнамә.
Хеҙмәттәштәрегеҙ менән мөнәсәбәттәр киҫкенләшеүҙә үҙегеҙ ғәйепле. Балаларығыҙға мәрхәмәтлерәк булығыҙ, гел генә әрләмәгеҙ. Ял көндәрендә тәбиғәт ҡосағына сығыу кәйефегеҙҙе күтәрер. Күңелегеҙҙә йөрөткән серҙе берәүгә лә һөйләмәгеҙ.
Аҙна яҡшы килмәксе. Һөнәри яҡтан үҫешерһегеҙ, финанс ҡыйынлыҡтар урап үтер. Мауыҡтырғыс сараларға барыуҙан баш тартмағыҙ. Тап шунда икенсе яртығыҙҙы осратыуығыҙ ихтимал. Телефондан шылтыратып яҡшы хәбәр еткерерҙәр.
Игеҙәктәр (22.05 – 21.06)
Яҡын дуҫығыҙҙың хыянатын ауыр кисерерһегеҙ. Руль артындағылар юлда иғтибарлы булһын. Ғаиләгеҙҙә тауыш сығармағыҙ. Мөһим бурыстарҙың күпләп йөкмәтелеүе сәләмәтлегегеҙҙе ҡаҡшатыр. Тирә-йүндәгеләр менән бәхәскә инеүҙән тыйылығыҙ.
Әүҙем осор көтә. Тырышып эшләһәгеҙ, эштә лә барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Һөйгәнегеҙгә күберәк иғтибар бүлергә тырышығыҙ. Яңғыҙҙар үҙ ишен табыр. Һалҡын тейҙереп ауырыуығыҙ ихтимал. Хеҙмәт урынын алыштырыу өсөн яҡшы мәл.
Белемегеҙҙе камиллаштырыу менән мәшғүл булығыҙ. Ҡуйған маҡсаттарығыҙға табан ҡыйыу барығыҙ. Отошло килешеүҙәр төҙөрһөгөҙ, эшлекле тәҡдимдәр алырһығыҙ. Тормош иптәшегеҙ шәп сюрприз әҙерләр. Алыҫтан ҡунаҡтар килеүе бар.
Физик күнегеүҙәр яһау һәм спорт менән шөғөлләнеү һаулығығыҙға ыңғай йоғонто яһар. Дүшәмбегә әллә ни пландар ҡормағыҙ - бойомға ашмаясаҡ. Сәйәхәткә юлланмай тороғоҙ. Аҡсаға ҡытлыҡ кисерһәгеҙ ҙә, бурысҡа батмағыҙ. Ҡыйын хәлдән үҙегеҙ сығырһығыҙ.
Эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнеүселәрҙең килеме артыр. Бар яҡлап та уңыш көтәсәк. Күптән оҡшатып йөрөгән кешегеҙҙең һеҙгә тәҡдим яһауы ихтимал. Ниндәйҙер проектҡа ҙур күләмдә аҡса һалыр булһағыҙ, тәжрибәле партнерҙарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ.
Бик күп мәғлүмәт алырһығыҙ. Коллективта аңлашылмаусанлыҡтар килеп тыуыуы бар. Дуҫтарығыҙ саҡырған ергә барығыҙ. Был кәйефегеҙҙе күтәрергә ярҙам итер. Һөйгәнегеҙ менән араларҙы боҙмағыҙ. Эре әйбер һатып алырһығыҙ. Иң уңышлы көнөгөҙ - йәкшәмбе.
Башлаған бөтә эштәрегеҙҙе тамамларһығыҙ. Финанс хәлегеҙ ҡәнәғәтләнерлек. Мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙығыҙ. Социаль селтәрҙәрҙә яңы танышлыҡтар табырһығыҙ. Әйткәндәй, был тик файҙа ғына килтерер. Шаулы компанияларҙан йыраҡ тороғоҙ.
Уйнап һөйләһәгеҙ ҙә, уйлап һөйләгеҙ. Уларҙың ысынға ашыуы ихтимал. Эштән бер аҙ ял итеп алырға ваҡыт. Сәйәхәткә ғаиләгеҙ менән бергә юлланығыҙ. Хәләлегеҙ һеҙҙән яҡлау һәм ярҙам көтә. Студенттар имтихан-зачеттарға әҙерләнгәндә иғтибарлы булһын.
Мөнәсәбәттәрҙе көйләү өсөн яҡшы мәл. Элекке проблемаларҙы уңышлы хәл итеп ҡуя алаһығыҙ. Эштә тотҡарланырға тырышмағыҙ - һеҙҙе өйҙә ашҡынып көтәләр. Тышҡы ҡиәфәтегеҙгә иғтибар бүлергә онотмағыҙ. Яҡын арала үҙегеҙгә ғашиҡ булырҙар.
Хафаланырға сәбәп юҡ. Осорҙо тыныс ҡына уҙғарырһығыҙ. Аҙна башында эре генә күләмдә аҡса керер. Уны юҡ-барға әрәм итмәгеҙ. Өлкән йәштәге кешеләргә табипҡа күренеү ҡамасауламаҫ. Икенсе яртығыҙ менән бер сәбәпһеҙгә ыҙғышырһығыҙ.