газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Октябрь 2019, 10:29

Төпкөлдәге ауылдарға ла интернет барып етәсәк

Башҡортостанда “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эш “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә башҡарыла.

Башҡортостанда “Мәғлүмәт инфраструктураһы” федераль проекты тормошҡа ашырыла башланы. Был эш “Рәсәйҙең һанлы иҡтисады” милли проекты нигеҙендә башҡарыла. Башланғыс халҡы йөҙҙән меңгә тиклем булған тораҡ пункттарҙа социаль әһәмиәтле объекттар интернетҡа тоташтырыласаҡ. Әле республикала мәғлүмәти-технологик инфраструктура менән социаль әһәмиәтле 50 объект тәьмин ителгән. Улар араһында мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, полиция бүлексәләре, янғын частары, һайлау комиссиялары бар.
- Мәғлүмәт инфраструктураһы” программаһы ярҙамында иң төпкөлдә ятҡан ауылдарға ла юғары тиҙлекле интернет индереү мөмкин буласаҡ, - ти республиканың Мәғлүмәтләштереү буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Алевтина Дауытова. - Ошо программаға ярашлы, 2021 йылдың аҙағына тиклем 2774 социаль объект юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырыласаҡ.
Быйыл июлдә үткәрелгән аукцион һөҙөмтәләре буйынса, проекттың операторы итеп “Башинформсвязь” йәмғиәте танылды. Контракт шарттарына ярашлы, ағымдағы йылдың 1 декабренә тиклем оператор 722 социаль объектты юғары тиҙлекле интернетҡа тоташтырырға тейеш, был - дөйөм бурыстың 26 проценты.

#Миллипроекттар
Читайте нас