Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 19:07

Мөфтөй вазифаһына Айнур Бирғәлин һайланды

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының VIII отчет-һайлау съезы уҙҙы. Уның эшендә республиканың барлыҡ райондарынан һәм ҡалаларынан 152 вәкил ҡатнашты. Көн тәртибендә төп мәсьәлә Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесен һайлау ине. Съезд күпселек тауыш менән мөфтөй вазифаһына Айнур Бирғәлинды һайланы. Быға тиклем Бирғәлин мосолмандарҙың Диниә назараты рәйесе вазифаһын башҡарҙы.

Съезд делегаттары уставҡа үҙгәрештәр индерҙе. Улар урындарҙа руханиҙарҙың вәкәләттәрен киңәйтә, диниә назараты стратегияһын һәм практик эшмәкәрлеген билдәләү барышында мосолмандарҙың фекерен вәкиллек итеү механизмын булдыра. Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты президиумы функциялары ла киңәйтелде. Ғалимдар советы һәм аҡһаҡалдар советы ойошторола.
Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты уставына ярашлы, Диниә назараты рәйесе биш йылға һайлана. Съезд эшендә шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы мосолмандары Диниә назараты рәйесе, мөфтөй-шәйех Рәүил Ғәйнетдин, уның беренсе урынбаҫары Рушан хәҙрәт Аббасов, Мәскәү Ислам институты ректоры Дамир Мөхөтдинов, Дәүләт Йыйылышы рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова һәм Башҡортостан Башлығы Хакимиәте вәкилдәре ҡатнашты.
Рәсәй Мөфтөйҙәр советы һәм Рәсәй мосолмандарының Диниә назараты рәйесе Рәүил Ғәйнетдин үҙенең сәфәре барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев һәм республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин менән осрашты. Осрашыу барышында конфессия-ара хеҙмәттәшлек мәсьәләләре, ислам мәғарифы системаһының үҫеш перспективалары тикшерелде.
"Башинформ" мәғлүмәттәренән.
Читайте нас