газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Октябрь 2019, 19:00

Башҡортостандың иң матур ауылы - Наурыҙ

Быйыл «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеү яуланы. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителде.

Быйыл «Башҡортостан Республикаһының иң матур ауылы» конкурсында Учалы районының Наурыҙ ауылы еңеү яуланы. Был хаҡта бөгөн Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында иғлан ителде.

Икенсе урынды Ишембай районының Маҡар ауылы алды, өсөнсөлә – Шаран районының Дүртөйлө ауылы.
Тәүге өс призер конкурстың миллионлы бүләк фондын бүлеште. Беренсе урын өсөн – 500 мең һум, икенсегә – 300 мең, өсөнсөгә – 200 мең һум. Бынан тыш, 12 матур ауыл төрлө номинацияларҙа билдәләнде.
Күгәрсен районының Тәүәкән ауылы – «Хыял ауылы», Стәрлетамаҡ районының Талас ауылы «Күп милләтле ауыл» тип танылды, Стәрлебаш районының Ямғырсы ауылына «Ҙур киләсәк» номинацияһы бирелде, Салауат районының Әлкә ауылы — «Социаль яҡтан үҫешкән ауыл». Ҡариҙел районының Яугилде ауылы «Хеҙмәт һөйөүсән ауыл» тип танылды, Өфө районының Лекаревка ауылы «Уңайлы мөхит» номинацияһында еңеүсе булды, Асҡын районының Ҡышлау-Йылға ауылы — «Эко-ауыл», Бөрйән районының Ғәҙелгәрәй ауылы — «Күркәм ауыл», Ейәнсура районының Байдәүләт ауылы — «Татыу ауыл», Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауылы — «Ҡунаҡсыл ауыл», Яңауыл районының Киҫәкҡайын ауылы «Уңайлыҡтары булған ауыл» тип танылды, ә Мишкә районының Сосновка ауылы «Тамашасылар һөйөүе призы»н яуланы.
Ошо 12 ауыл 20 мең һум күләмендә аҡсалата приз менән билдәләнде. Ә конкурста ҡатнашҡан башҡа 33 ауыл дипломдар менән бүләкләнә.
"Башинформ" мәғлүмәттәренән.
Читайте нас: