газета "Салауат"
-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2019, 13:07

Заворотнюк тураһында яңы хәбәр бар

Инстаграмда Анастасия Заворотнюк сәхифәһендә уның ауырыуы тураһында яңы хәбәр сыҡты.

Инстаграмда Анастасия Заворотнюк сәхифәһендә уның ауырыуы тураһында яңы хәбәр сыҡты. "Битараф булмаған һәр кем өсөн мәғлүмәт: Анастасия, ысынлап та, дауаланыу курсы уҙа. Ләкин ул бер ҡасан да комала булманы, яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылманы, хәтерен юғалтманы, аңы үҙгәрмәне, паралич һәм мускулдар атрофияһын кисермәне", - тиелә был хәбәрҙә. Әлеге пост авторҙары актриса тураһында матбуғатта таралған ғәйбәттәрҙе уйҙырма, тип атай, Анастасияның ауырыуы тураһындағы мәғлүмәтте бөтөн халыҡҡа сығармауҙы үтенә.

"Анастасия өсөн доға ҡылыуығыҙҙы ғына үтенәбеҙ", - тиелә был хәбәрҙә. Анастасия Заворотнюк яман шеш менән ауырый, тигән хәбәрҙәр августа сыҡты. Сентябрҙә уны, комала ята, тип яҙҙылар.
Читайте нас: