Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Октябрь 2019, 13:27

Әсә булыу - оло бәхет

Иллегә яҡын күп бала тәрбиәләгән әсә “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡыуанды.

Иллегә яҡын күп бала тәрбиәләгән әсә “Әсәлек даны” миҙалы алып ҡыуанды. Республикала уңғандарҙы һәм тырыштарҙы юғары кимәлдә бүләкләү күптән күркәм йолаға әйләнде. Кисә 50-гә яҡын күп бала тәрбиәләгән әсәгә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев Башҡортостан Башлығы исеменән “Әсәлек даны” миҙалы тапшырҙы һәм ихлас ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.

- Күптән түгел оло байрамды - Республика көнөн билдәләнек, - тине Константин Борисович. - Баш­ҡортос­тандың ҡеүәте, иҡтисад тармағындағы уңыштар, бөтә ҡаҙаныштар, һәр йәһәттән дә артабанғы үҫеш мотлаҡ рәүештә, хөрмәтле гүзәл заттар, Һеҙҙең менән туранан-тура бәйләнгән. Һәм­мәгеҙ ҙә лайыҡлы балалар тәрбиәләп, бик ҙур бурыс башҡараһығыҙ, изге миссия үтәйһегеҙ.

Константин Толкачев билдә­ләүенсә, күп балалы ғаилә - ул ысын мәғәнәһендә бәхет. Әсәйҙәр - геройҙар, әммә улар тыйнаҡ, егәрле, хәстәрлекле, ғәзиздәренең яҡты киләсәге өсөн ҡулдарынан килгәндең барыһын да эшләргә әҙер. Үҙ сиратында, республика етәкселеге күп балалы ғаиләләргә ярҙамды тағы ла арттырасаҡ, малайҙар һәм ҡыҙҙар күркәм тәрбиә һәм тәрән белем алһын өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Ул ҡотлау телмәрен атаҡлы яҙыусы Максим Горькийҙың “әҙәм балаһын­дағы бөтә яҡшылыҡ - ҡояш нурҙарынан һәм әсә һөтөнән” тигән ҡанатлы һүҙҙәре менән тамамланы.
Читайте нас: