14 октябрҙә Өфөнөң Октябрь проспектында ике водитель һуғышҡан. Шаһиттар быны видеояҙмаға төшөрөп, социаль селтәргә һалған. Водителдәрҙең береһе машинанан сыҡҡан һәм икенсеһенә барып бәйләнгән. Һөйләшеү барышында ул микроавтобус кабинаһына бәреп кергән. Һөҙөмтәлә, икенсе машина йөрөтөүсе быға түҙә алмаған һәм уны машинаһынан тибеп төшөргән. Артабан машина йөрөтөүселәр урамда һуғыша башлаған. Ваҡиғаның сәбәбе һәм һөҙөмтәһе кадр артында ҡалған.