Учалыла һунарсыларға бәйле йәнә бер аяныслы хәл теркәлде.
Ике дуҫ Ҡолош ауылы эргәһендәге урманға сыға. Һунар ваҡытында 1973 йылғы Т. Иғтибарһыҙлығы сәбәпле яңылыш иптәшенә ата.
Яралы дуҫын тиҙ генә машинаһында Учалы үҙәк дауаханаһына алып килә, әммә 1954 йылғы кеше ауыр йәрәхәттән реанимацияла йән бирә.
Ғәҙәттән тыш хәл буйынса тикшереү бара.