газета "Салауат"
-20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 16:01

"Тауыш" проектында ҡатнашыусы милләттәшебеҙ Илдар өсөн көйәбеҙ

Ырымбур өлкәһенең Гай ҡалаһынан булған милләттәшебеҙ Илдар Абдуллин Беренсе каналда башланған сираттағы "Тауыш" проектында ҡыҙыл креслолар алдына иң беренсе булып сығып баҫты. Тәүге ноталарҙан уҡ Шнуров креслоһын сәхнәгә ҡарай әйләндерҙе.

Константин Меладзе, Сергей Шнуров, Полина Гагарина, Валерий Сюткиндан торған баһалама төркөмөнә Илдар афроамерикан музыканты Скримин Джей Хокинстың йырын башҡарҙы.

Тәүге ноталарҙан уҡ Шнуров креслоһын сәхнәгә ҡарай әйләндерҙе. Артынса -Валерий Сюткин һәм Полина Гагарина. Ҡәрҙәшебеҙ Сергейҙы һайланы.

Әйткәндәй, былтырғы "Тауыш"та ла яҡташыбыҙ - Ауырғазы ҡыҙы Рушана Вәлиева Шнуровты һайлап, һөҙөмтәлә проектта өсөнсө урынды яулағайны. Илдар билдәле рокер менән уртаҡ тел табырмы? Ваҡыт күрһәтер, конкурс Яңы йылғаса барасаҡ.
Читайте нас