Табипҡа һәр кемдең ваҡытында эләккеһе килә. Салауатта иһә кешеләр психотерапевҡа талон артынан торғанда саҡ һуғышып китмәгән.
Район-ҡалаларҙа белгескә инеү өсөн талон алырға кәрәк. Был юлы ла уның артынан һыу буйы сират йыйылған. Көсөргәнеш үҫкәндән-үҫкән, этеш-төртөш киткән. Быны бәғзе берәү видеоға төшөрөп, интернетҡа һалған.
“Урамда – 21-се быуат. Һанлы технологиялар, компьютерҙар, интернет, табипҡа электрон сират... Ә Салауатта барыһы ла элекке замандағы кеүек”, – тип яҙа ролик авторы.
Ҡалала йәшәгәндәр белдереүенсә, ҡайһы бер белгестәргә эләгеү өсөн иртәнге биштән йә алтынан талон өсөн сиратҡа торорға һәм бик оҙаҡ көтөргә кәрәк. Һөҙөмтәлә кешеләрҙең түҙеме етмәй, низағҡа тиклем барып етә.