газета "Салауат"
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Октябрь 2019, 15:49

Шөкөр, бөтәһе лә иҫән ҡалған

Өфөлә ҡурҡыныс авария булды. Ярар әле бер кем дә һәләк булманы. Октябрь проспектында “Спорт” туҡталышы янында маршрут автобусы менән “ВАЗ-2109” автомобиле бәрелешә.

Өфөлә ҡурҡыныс авария булды. Ярар әле бер кем дә һәләк булманы. Октябрь проспектында “Спорт” туҡталышы янында маршрут автобусы менән “ВАЗ-2109” автомобиле бәрелешә.

Бәрелеш шул тиклем ҡаты була, хатта “ПАЗ” тротуарға сығып оса һәм бағанаға барып бәрелә.


Авария мәле үтеп барған бер машинаның видеотеркәүенә яҙылған. Унан күренеүенсә, бында еңел автомобиль водителе ғәйепле, ул маршрут автобусына юл бирмәй, светофорҙың ҡыҙыл сигналына үтеп барған була.


Автобуста 20-ләп кеше булған. Уның водителе һәм туғыҙ пассажиры йәрәхәтләнә. Араларында бер бала ла бар. Һигеҙ кешене дауаханаға ашығыс ярҙам табиптары алып китә, ике кеше машина яллап үҙҙәре бара.


Ҙур авария урынында бик күп ҡотҡарыусылар, табиптар, полиция хеҙмәткәрҙәре эшләй. Шулай уҡ урынға Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та бара.


Видео һәм һүрәттәргә ҡараһаң, бәрелештең ысынлап та ныҡ булғанына ышанаһың. Шөкөр, бөтәһе лә иҫән ҡалған.
Читайте нас: