Благовещен районынан 29 йәшлек ирҙе кеше һаулығына зыян килтереүҙә ғәйепләйҙәр.
Асыҡланыуынса, туй ваҡытында уның менән бер ҡунаҡ араһында ғауға сыға. Тиргәшкәндән һуң ғәйепләнеүсе үҙенең ғауғалаш "дуҫы"н ошондағы ашнаҡсы менән бутап, ашнаҡсыға ата. Бәхеткә күрә, уныһы иҫән-һау.
Икенсе көн ғәйепләнеүсе үҙен кәмһеткән танышынан үс алырға уйлай, урамда осратып, бер нисә тапҡыр уға табан ата, әммә тейҙерә алмай. Был енәйәт урамдағы видеокамераларға эләгә. Полиция хеҙмәткәрҙәре уны ҡулға ала, эште судҡа тапшыра.
Ир үҙенең ғәйебен яртылаш ҡына таный, суд ҡарары менән тыуған төйәген ташлап китеү тыйыла. Әммә ул быны инҡар итеп, Краснодар крайына сығып китә.
Тыңлауһыҙҙы өс аҙнанан һуң Геленджик ҡалаһында тоталар. Суд уны һигеҙ йылға иркенән мәхрүм итә.