Фажиғә ял көндәрендә, Бәҙрәш ауылынан йыраҡ булмаған урманда була. Ирҙәр ағас ҡырҡырға урманға бара.
Бысылған ағас йығылып китә һәм 59 йәшлек ирҙең өҫтөнә ауа. Ул бик ауыр йәрәхәттәр ала. “Ашығыс ярҙам” табиптары уны дауаханаға иҫән килеш килтереп өлгөрә лә бит, тик ул иҫенә килмәй вафат була.
Уның Яңауыл ҡалаһындағы лицей директоры булғаны билдәле. Шулай уҡ ир яңыраҡ райондың дүртенсе саҡырылыш депутаты булып та һайланған икән.