Шулай ти Анастасия Заворотнюктың ҡыҙы Анна. Йырсы тураһында һуңғы ваҡытта ниндәй генә хәбәрҙәр йөрөмәй. Уны хатта үлгән тип тә яҙғайнылар. Был ваҡыттарҙа уның ғаиләһенә, ҡыҙы Аннаға ла бик ҡыйын. Күп кеше "Инстаграм" селтәрендә уны "Ни өсөн әсәйең тураһында бер нимә лә яҙмайһың?" тип ғәйепләй. Яуап итеп Анна былай тип яҙған: "Беҙ, телетапшырыуҙарға барып, әсәйҙең ауырыуында популярлыҡ яуларға йыйынмайбыҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме - әсәйҙең бәхетле киләсәге һәм уның сәләмәтлеге. Ҡалған нәмәләргә мин иғтибар итмәйем."