Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2019, 15:07

"Мәңгелеккә китәм...Әммә һине яратам"

Англияла йәшәүсе 27 йәшлек егеткә баш мейеһе яман шеше диагнозын 18 йәшендә ҡуялар.

Англияла йәшәүсе 27 йәшлек егеткә баш мейеһе яман шеше диагнозын 18 йәшендә ҡуялар. Егет бик күп операциялар үткәрә, әммә быйыл табиптар хәҙер уға дауалауҙар тәьҫир итмәүен әйтә. Был хәбәрҙе ишеткәс, егет алты йыл осрашып йөрөгән ҡыҙына кейәүгә сығырға тәҡдим яһай. Ҡыҙ шунда уҡ ризалығын әйтә. Йәш парҙың туй үткәрергә аҡсаһы булмай, сөнки егеткә дауаланыу өсөн ҙур сығымдар талап ителә. Шул ваҡыт урындағы журнал сығарыусы ойошма туй сығымдарын үҙ өҫтөнә ала. Ике аҙнала кәрәкле сумма йыйыла. Йәштәрҙең туйы бик ҙурлап үткәрелә.
Читайте нас: