Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2019, 13:30

Кешеләр нисәмә көн юҡ, ә бер кем дә уларҙың юҡлығын һиҙмәй

Бер нисә көн элек Мәләүездә ҡурҡыныс ваҡиға теркәлде.

Бер нисә көн элек Мәләүездә ҡурҡыныс ваҡиға теркәлде.

Шәхси йорттарҙың береһендә ағалы-һеңлеле икәүҙең кәүҙәһен тапҡандар. Иң аяныслыһы – улар унда туғыҙ көн буйы ятҡан.


Билдәле булыуынса, ағаһына – 68, ә һеңлеһенә 60 йәш булған. Улар икеһе бергә йәшәгән.


Әле урындан уларҙың кеҫә телефондары һәм шешәләге шыйыҡса алынған. Үлем сәбәбе асыҡлана.


Хәтерегеҙҙәлер, сентябрь урталарында Яңауылда алты йәшлек малай биш көндән ашыу әсәһенең үле кәүҙәһе янында ултырып, саҡ иҫән ҡалғайны. Ошондай осраҡтарҙың йәнә ҡабатланыуы әсендерә. Битарафлыҡ, бер-береңә иғтибарһыҙлыҡ билдәһеме был? Кешеләр нисәмә көн юҡ, ә бер кем дә уларҙың юҡлығын һиҙмәй бит...
Читайте нас: