Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2019, 14:32

Халыҡ менән бәйләнеш булдырыу мөһим

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлебаш һәм Федоровка райондары буйлап эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлебаш һәм Федоровка райондары буйлап эш сәфәренә йомғаҡ яһаны.


Етәксенең һүҙҙәренсә, ике урында – оҡшаш проблемалар: социаль объекттарҙың иҫкелеге, юлдар етмәү, һыу, газ үткәрелмәүе.


“Йәнә бер киҫкен мәсьәлә – халыҡ менән бәйләнештең ныҡлы булмауы. Уны тиҙ арала төҙәтергә мөмкин”, – тине Радий Хәбиров.


“Халыҡта үпкә күп йыйылған. Уны һөйләшеү, проблемаларҙы яйға һалыуҙың аныҡ графигы аша хәл итергә мөмкин. Беҙ муниципалитет башлыҡтары менән эште артабан да алып барасаҡбыҙ – улар халыҡ менән даими бәйләнештә булырға тейеш. Етәксе өсөн был – иң мөһиме”, – тине Радий Хәбиров.


Етәксе билдәләүенсә, ике районда ла иҡтисад үҫеше насар түгел. Әммә эш урындары менән проблема бар. Йәштәр шуның өсөн ситкә китеүсән.


“Халыҡ һөйләшеү барышында эш урындары булдырыуҙы һорай. Бөгөн миңә район етәкселәре был йәһәттән бер нисә проект күрһәтте. Уларҙы тормошҡа ашырырға, яңы эш урындары булдырырға ярҙам итәсәкбеҙ”, – тине республика етәксеһе.

Уның һүҙҙәренсә, күсмә форматтағы “Башлыҡ сәғәте” муниципалитеттағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарап, тиҙ арала хәл итеү мөмкинлеген бирәсәк.
Читайте нас: