газета "Салауат"
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Октябрь 2019, 13:20

Эх, Ришат ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә

Әлеге ваҡытта йырсы Ришат Төхвәтуллин – башҡорт-татар эстрадаһының иң көнләшерлек кейәүе. Уны яратмаған, оҡшатмаған ҡатын-ҡыҙ һирәктер моғайын.

Әлеге ваҡытта йырсы Ришат Төхвәтуллин – башҡорт-татар эстрадаһының иң көнләшерлек кейәүе. Уны яратмаған, оҡшатмаған ҡатын-ҡыҙ һирәктер моғайын.


Нисек шундай моңло, уңған Ришатты үҙ күрмәйһең инде?!


Йырсының өйләнгәнен ҡыҙҙар хәүефләнеңкерәп көтә икән. Хатта ҡайһы ваҡыт “Ришат кәләш ала” тигән хәбәр ҙә ишетелеп ҡала, был ваҡытта күптәрҙең йәне көйә, кәйефе төшә.


Артист быға үҙе лә бик оҫта. Ул, мәҫәлән, Инстаграмда видео урынлаштырған һәм “Беҙ ғәйәт күп кеше ташҡынында йәшәйбеҙ, тик барыбер яңғыҙ булып ҡалабыҙ” тип яҙған. Был видео – клиптан өҙөк кенә. Унда йырсының һөйгән йәре булып Әлиә Ҡарасурина төшкән.


Эх, Ришат, ҡыҙҙарҙың башын әйләндерәһең! Кемде генә һайларһың икән?



Читайте нас: