Кинорежиссер Булат Йосоповтың “Беренсе Республика” фильмы Лос-Анджелеста күрһәтеләсәк. Булат Йосопов Азия халыҡ-ара кино фестиваленең башҡарма һәм тапшырыуҙар программалары директоры Джорджес Чамчундан рәсми саҡырыу алған. Шулай итеп, “Беренсе Республика” фильмы фестивалдең конкурс программаһында ҡатнашасаҡ. Был күптәргә билдәле фестиваль 6-14 ноябрҙә Лос-Анджелеста, Калвер-Ситила үтәсәк. Булат Йосоповтың фильмын Голливудтың сит илдәр матбуғаты ассоциацияһына (HFPA) һәм кинокомпанияға күрһәтеү мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, был ойошма - “Алтын глобус” кино премияһының төп бағыусыһы. Джорджес Чамчун башҡорт кинорежиссерына республиканы, хатта тотош илебеҙҙе күрһәтәсәк фильмдың һайланыуы менән ҡотлаған һәм уға, уның компанияһына уңыштар теләгән. Был фестивалдә 50-нән ашыу ил ҡатнашасаҡ.