Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһына быйыл 16 ижадсы һәм дүрт ижади төркөм дәғүә итте. Республика көнөндә быйылғы лауреаттар билдәле булды.
1. “Ҡоштар нимә тураһында йырлай?” концерт-әкиәтенең авторлыҡ коллективы – Линар Дәүләтбаев, Шәүрә Сәғитова, Екатерина Хәйбуллина, Лиана Ниғәмәтйәнова.
2. “Арғымаҡ” төркөмө – Ринат Рамазанов, Алик һәм Эмиль Гәрәевтар, Радмир Исмәғилев, Айрат Нәзиров – башҡорт халыҡ милли мираҫын тергеҙгән һәм таратҡан өсөн;
3. Илгиз Таһиров, Рәмзил Сәлмәнов, Радмир Абдуллиндан торған ижади коллектив – “Бабич” тарихи фильмындағы юғары актерлыҡ оҫталығы өсөн.