Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 12:52

Машина түбәһенә ултырып елдергәндәр

Ҡазан урамдары буйлап машина түбәһенә ултырып йөрөгән өс егеткә штраф һалғандар

.Ҡазан урамдары буйлап машина түбәһенә ултырып йөрөгән өс егеткә штраф һалғандар. Егеттәрҙең был ҡылығы һурәтләнгән видео ошо көндәрҙә социаль селтәрҙәрҙә таралды. Улар "Лада" машинаһы түбәһенә ултырып Вишневский урамы буйлап баралар. "Эҙләү сараларынан һуң, әлеге машинаның хужаһы кем булыуы асыҡланды. Ул - Ҡазанда йәшәүсе 33 йәшлек ир-ат. Әммә был кеше видео төшөрөлгән көндө Вишневский урамы буйлап барган машина менән идара итеүен кире ҡаға", - тиҙәр полицияла.

Һуңыраҡ асыҡланыуынса, әлеге машина ошо уҡ көндө Еңеү проспекты буйлап та йөрөгән, был юлда ла шундай уҡ ҡағиҙә боҙолған. Машина йөрөтөүсегә лә, түбәлә ултырып йөрөгән "пассажирҙарына" ҡарата ла административ хоҡуҡ боҙоу тураһында протокол төҙөлгән. Хәҙер шәп егеттәр штраф түләйәсәк.
Читайте нас: