Быны үтеп барған халыҡ, видеояҙмаға төшөрөп, Интернет селтәренә һалған. Был хәл Северодвинскиҙа була. Ҡатын урам буйлап коляска этеп китеп бара. Бер мәл ул ҡыуаҡ араһында нимәлер эҙләй башлай. Эҙләгәнен тапмағас, ул бөтә асыуын балаһына төшөрә һәм колясканы һелкетә, сабыйҙы туҡмай башлай. Бала ҡысҡырып илап ебәрә, әммә ҡанһыҙ әсәне был да туҡтатмай. Видеояҙмаға төшөргән халыҡ полиция хеҙмәткәрҙәрен саҡыртҡан.
- Ул ҡыуаҡ араһына йәшерелгән наркотикты эҙләне, ахырыһы. Уны тапмағас, бөтә асыуын балаһына төшөрҙө, - ти шаһиттарҙың береһе.