газета "Салауат"
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 12:30

Илсөйә Бәҙретдинова халыҡтан ашарға йыямы?

Билдәле йырсы Илсөйә Бәҙретдинова Татарстан һәм Башҡортостан райондары буйлап гастролдәрҙә йыш йөрөй.

Билдәле йырсы Илсөйә Бәҙретдинова Татарстан һәм Башҡортостан райондары буйлап гастролдәрҙә йыш йөрөй. Яратҡан артисының концертына тамашасы бүләкһеҙ килмәй, күптәр уларҙы сәскә менән күмә. Илсөйәне лә һәр тамашала сәскә бәйләмдәре, милли ризыҡтар, ҡул эштәре менән һөйөндөрәләр.

Концерттан алған кисерештәрен йырсы Инстаграм аша еткереп, бүләк биреүселәргә рәхмәт еткерә. Әммә уның был ғәҙәтен маҡтаныуға тиңләгәндәр ҙә бар икән.

Мәҫәлән, “Ҡуйма әле шул халыҡ ташыған ризыҡтарҙы Инстаграмға... маҡтанма! Ас кеше кеүек. Оятһыҙ һеҙ! Халыҡтан ашарға йыяһығыҙ”, тип яҙалар икән йырсыға. Илсөйә был һүҙҙәргә яуап итеп: “Ҡуям! Рәхмәт әйтәм дә ҡуям. Һорап алғаным юҡ. Был - тамашасыларҙың хөрмәте. Рәхмәт уҡый-уҡый сәй эсәбеҙ. Бер нәмәне лә шикләнеп алмайым”, - ти икән.
Читайте нас: