17 һәм 23 октябрҙә Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге “Бала саҡ” дәүләткә ҡарамаған белем биреү ойошмаларының коммерция булмаған партнерлығы менән берлектә “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ класы үткәрә. Бушлай сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Төбәктә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә төрлө яҡлап ярҙам итеү арҡаһында йәмғиәттә үҙ кәсебен асырға йә башлағанын киңерәк йәйелдерергә теләгәндәр арта. Уларға мәғлүмәти яҡтан, документтар менән булышлыҡ ҡылыуға айырыуса ныҡлы иғтибар бүленеүе мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәүҙән үк билдәләгән йүнәлеше нигеҙендә Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы социаль эшҡыуарлыҡ үҫешенә аныҡ этәргес бирҙе. Билдәле булыуынса, унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бөтөн субъекттарына ярҙам күрһәтелә, комплекслы хеҙмәтләндереү алып барыла. Радий Фәрит улы сығыштарында билдәләгәнсә, “Минең бизнес”тың эшен камиллаштырыу, программа тәьминәте һ.б. өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленә. Ошондай үҙәктәрҙе башҡа урындарҙа ла асыу планлаштырыла.