Былтыр Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы Әрмәнстан, Беларусия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан һәм Тажикстан республикалары ведомстволары менән берлектә "Бергә коррупцияға ҡаршы!" тип аталған халыҡ-ара йәштәр конкурсы үткәрҙе. Үҫеп килгән быуындың йәмғиәттәге был сиргә ҡарашын белдергән эштәр менән Башҡортостан Прокуратураһы сайтының "Коррупцияға ҡаршы тороу" бүлегендә танышырға мөмкин. Унда Рәсәйҙән ҡатнашҡан йәштәрҙең иң яҡшы хеҙмәттәре лә урын алған. Еңеүселәр араһында Өфөнән 16 йәшлек Татьяна Широкованың эше айырым иғтибарға лайыҡ. Ул ришүәтселәрҙе ҡомаҡҡа тиңләгән.