21 июлдә Мәләүез районының Троицкий ауылында йәшәүсе Наталья Багимованың өйө янған булған. Ҡатын ете балаһы менән бер әйберһеҙ урамда тороп ҡалған.Бөгөн иһә был ғаилә дөйөм ятаҡтың бәләкәй генә бүлмәһендә аҡса түләп йәшәргә мәжбүр. Был ваҡиғанан һуң ике ай ярым ваҡыт уҙһа ла, ҡатынға һаман ярҙам итеүсе юҡ. Күптән түгел Наталья Башҡортстан Башлығына ла ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Республика етәкселеге шунда уҡ был мәсьәләне иғтибар үҙәгенә алған.