Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 16:48

«Яман» тигән миҙгел булмай

«Яман» тигән миҙгел булмай, Һуҡранмайыҡ көҙҙәргә.

«Яман» тигән миҙгел булмай,

Һуҡранмайыҡ көҙҙәргә.

Һәр миҙгел үҙе бер ғүмер,

Семәр сигә йөҙҙәргә.


Ямғыр булып яуа ғүмер,

Япраҡ булып та яуа,

Бөрө булып тыуа ғүмер,

Имән булып та ауа.


Сабый мәле бар миҙгелдең,

Әсә булып та ала.

Ана шул әсәй саҡтары

Хәтерҙә мәңге ҡала.


«Быйыл япрағым өҙөлөр...»-

Тигәйне бер көҙ әсәм.

Көҙҙәрең, әсәй, һин булып,

Ергә изгелек сәсә.


Риза булайыҡ көҙҙәргә,

Тик тыныс булһын заман.

Көн яманы үтә, китә,

Күңел яманы яман. ( Т. Вәлиева)


Читайте нас