газета "Салауат"
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 11:46

Яңы тыуған бәпестәр ҙә һөйләшә икән

Норильск ҡалаһында яңы тыуған бала һүҙҙәр әйтә икән.

Норильск ҡалаһында яңы тыуған бала һүҙҙәр әйтә икән. Уның ата-әсәһен балаларының ғәҙәти булмаған һәләте шаҡ ҡатырған. Тыуғас та, бала күҙҙәрен асып: “папа”, унан һуң “мама” тигән. Бындай хәлде күргәне булмаған хеҙмәткәрҙәр таң ҡалған.Степаның әсәһе йөклө сағында махсус әҙәбиәт уҡыған, музыка тыңлаған, төрлө курстарға йөрөгән. Атаһы ла бик уҡымышлы кеше, спортсы, тренер. Әллә шуға күрә инде, был парҙың сабыйы шундай аҡыллы булып тыуҙы микән? Ғалимдар Ерҙә бөтөн тереклек үҙгәрә, ти. Кеше лә, тәбиғәт балаһы булараҡ, яңы тормош шарттарына күнегергә тейеш. Шуңа ла донъяла ғәҙәти булмаған балалар йышыраҡ тыуа башлаған.
Читайте нас: