Ҡот осҡос хәл Стәрлетамаҡта була - урманда 17 йәшлек егеттең кәүҙәһе табыла.Үҫмерҙең башында полиэтилен пакет булған, ә кәүҙәһе янында елем һауыттары табылған. Тәнендә йәрәхәттәр юҡ. Төбәк тикшереү комитетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йәш егеттең мәйетен табыу факты буйынса тикшереү үткәрелә. Уның үлеменең теүәл сәбәбен асыҡлау өсөн суд-медэкспертиза билдәләнгән.