Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, йырсы Фәрүәз Урманшиндың был көндәрҙә шатлығы ҙур - уға хеҙмәт ветераны танытмаһы бирелгән.Йырсы был документын фотоға төшөрөп, "Бәйләнештә" төркөмөндәге сәхифәһенә ҡуйған. Тамашасылар уның шатлығын ихлас уртаҡлаша. "Ҡотлайым, бер уңайҙан халыҡ артисы исемен бирһәләр ҙә шәп булыр ине. Сәйетбабалар һине ярата, туғанҡайым", - тип яҙған бер ханым. Икенселәр ветеран танытмаһына бирелгән ташламалар хаҡында белешмә лә өҫтәгән. Эйе, тормош булғас, улары ла ярап ҡала. Сибайҙан Әлнисә Алдырханова иһә: "Фәрүәз Урманшинға мең рәхмәтлемен, Сибайҙа минең юбилей кисәһен юғары кимәлдә үткәреп китте. Үҙ эшенең оҫтаһы, афарин, Фәрүәз!" - тигән.