Билдәле булыуынса, быйыл июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы рәсми эшләй башланы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров уға тиклем халыҡҡа “һөт кухнялары кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне.
Был эштең балалар сәләмәтлеге, йәмғиәт именлеге, демографияны арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоуын билдәләне төбәк етәксеһе. Һөҙөмтәлә халыҡ тәҡдимде хуплап ҡаршы алды һәм Стәрлетамаҡта тәүге һөт кухняһы асылды.
Уның хеҙмәттәре менән тәүҙә ташламаға хоҡуҡлылар, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр файҙаланһа, хәҙер – барлыҡ теләүселәр. Һөт фабрика-кухняһы продукциялары күптән түгел сауҙа үҙәктәренә лә сығарыла башланы. Уларҙы Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары магазиндарында алырға мөмкин.
Продукция түбәндәге һатыу үҙәктәренә сығарыла: “Стерх” сауҙа йорто (Стәрлетамаҡ), “Айсберг” магазиндары (Мәләүез), “МШКОП” йәмғиәте (Күмертау) һәм “Ярмарка” магазиндары (Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары).
Бөгөнгә мәғлүмәттәргә килгәндә, ғөмүмән, 46 сауҙа урынында республикала етештерелгән ошо юғары сифатлы һөт продукцияһын алырға мөмкин. Планда – географияны киңәйтеү, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте барлыҡ Башҡортостанға таратыу.