газета "Салауат"
-14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 13:15

Сосиска зарарлымы?

Социаль селтәрҙәр магазин кәштәләрендәге сосискаларҙа кеше һаулығы өсөн зарарлы матдәләр табылған, тигән хәбәр тарата. Һуңғы йылдарҙа етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһында хатта антибиотик файҙаланыу осраҡтары билдәле. Был иһә кеше һаулығына зыян килтереүе ихтимал.

Ялыу буйынса Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәтенең референт һынау үҙәге махсус тикшереүҙәр ойошторҙо. Лаборатория хеҙмәткәре Диләнә Ибраһимова белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа республика кибеттәренән алынған сосискаларҙа тыйылған матдәләр һәм антибиоттиктар табылғаны булмаған. Шулай ҙа, аҙыҡты һатып алыр алдынан, уның ҡайҙа һәм ҡасан етештерелеүен ентекләп ҡарарға кәңәш итә белгестәр.
Читайте нас: