Хоҡуҡ һаҡлау органдары ҡала буйлап көнө буйы «Заказные убийства» тигән рекламаһы менән пассажирҙарҙы шаҡ ҡатырған «ижадсы» менән ҡыҙыҡһынды. Яҙыуҙың аҫтында бәләкәй генә хәрефтәр менән һүҙҙең депрессия тураһында барыуын иҫкәрткәндәр. Ошондай "үҙенсәлекле" алым менән Тоня тигән халыҡ табибы үҙ хеҙмәтен тәҡдим иткән. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының реклама агентлығына һәм транспорт идаралығына һорауҙары тыуыуы ғәжәп түгел. Халыҡ табибы Тоняның эшмәкәрлеге лә ситтә ҡалмаған. Стәрлетамаҡ аңлайышһыҙ рекламанан ҡотолдо.