Дәүләт Думаһы дәүләткә ҡарамаған урындарҙан пенсияға сығыу йәшен кәметеү тураһында беренсе закон проектын ҡабул итте. Был хаҡта "РИА Новости" белдерә. Мәғлүм булыуынса, ғәмәлдәге закон ир-ат өсөн пенсияға сығыу йәшен - 65, ә ҡатын-ҡыҙҙыҡын 60 йәшкә тиклем арттырыуҙы күҙ уңында тота. Өҫтәүенә, был үҙгәреш шулай уҡ дәүләткә ҡарамаған урындарҙан пенсияға сығыу йәшен арттырыуға килтерә.