Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 15:55

Ғүмер миҙгелдәре

Ҡала үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналған "Мостай Кәрим: ғүмер миҙгелдәре" тип аталған әҙәби-тематик сара уҙҙы.

Ҡала үҙәк китапханаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуының 100 йыллығына арналған "Мостай Кәрим: ғүмер миҙгелдәре" тип аталған әҙәби-тематик сара уҙҙы. Унда Салауат медицина колледжының I курс студенттары саҡырылғайны. Алып барыусылар Йәзилә Хәлимова менән Миләүшә Кинйәбулатова шағирҙың тормош юлы, ижады менән ентекле таныштырҙы, шиғырҙарын һөйләп ишеттерҙе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, яҙыусы Иҙел Хәлимов үҙе ижад иткән шиғырҙарҙы ла, Мостай ағайҙың да әҫәрҙәрен уҡып ишеттерҙе, моңло ҡурай моңдарын да һуҙҙы.
Читайте нас: