газета "Салауат"
+23 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 13:02

«Һис шикһеҙ» тигән социаль компания. Нимә ул?

«Хәүефһеҙ юлдар» федераль милли проект сиктәрендә Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды. Уның төп маҡсаты, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы кәметеү.

«Хәүефһеҙ юлдар» федераль милли проект сиктәрендә Рәсәйҙә «Һис шикһеҙ» тип исемләнгән социаль компания старт алды. Уның төп маҡсаты, юл-транспорт фажиғәләрендә һәләк булыусыларҙы кәметеү.

Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, һуңғы көндәрҙә Башҡортостанда йәйәүлеләр ҡатнашлығында үлемесле авариялар артҡан. Был, тәү сиратта, ҡара көҙҙә водителдәрҙең иғтибарһыҙлығы һәм кешеләрҙең юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүе менән бәйле. Шуға ла республика төбәктәрендә күләмле иҫкәртеү саралары башланды.Аҙна дауамында социаль проект ағзалары мәғариф учреждениеларында һәм урамдарҙа йәйәүлеләр араһында аңлатыу эштәре алып барасаҡ.

Йәкшәмбе кис Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә теркәлгән фажиғәле хәл бар республиканы тетрәндерҙе. Бәләкәй бала "Тойота Камри" автомобиле аҫтында ҡалып һәләк булды. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 38 йәшлек водитель тормозға баҫып өлгөрөргә тейеш булған, әммә тәжрибәһе аҙ булғас, ҡатын юғалып ҡалған.
Йыл башынан республикала балалар ҡатнашлығында 327 авария теркәлгән. Уларҙа 14 ҡыҙ һәм малайҙың ғүмере өҙөлгән, 351-е төрлө тән йәрәхәттәре алған. Фажиғәле хәлдәрҙе иҫкәртеү маҡсатында Башҡортостанда «Һис шикһеҙ» социаль компания старт алды. Бер аҙна дауамында проект ағзалары йәйәүлеләр араһында аңлатыу эштәре алып барырға, шуның менән бергә күңелһеҙ хәлдәрҙе кәметергә йыйына.
Читайте нас: